2 Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.
Мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Раббы былай тине: «Һинең улың Сөләймән Минең йортомдо һәм ихаталарымды төҙөр, сөнки уны Үҙемә ул итеп һайланым һәм Мин уға Атай булырмын.
Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була.
Шул саҡ Сөләймән былай ти: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне.
Шунан батша, артына боролоп, алдында аяғөҫтө торған бөтә Исраил йыйынына фатихаһын күндерә.
һәм Йәрүсәлимдә төйәк иткән Исраил Аллаһына батша менән уның кәңәшселәре бүләк иткән алтын-көмөштө илтергә бараһың.
Һин Бабил өлкәһендә йыйылған барлыҡ алтын-көмөштө, халыҡтың һәм ҡаһиндарҙың Аллаларының Йәрүсәлимдәге йортона бүләк иткән саҙаҡаларын да алып барырһың.
Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Хаким халыҡ араһында булһын. Халыҡ менән бергә инһен һәм халыҡ менән бергә сыҡһын.
Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.