19 Эй Раббым Аллам, ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал!
Эй Раббым Аллам, бөгөн ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал!
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.
Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм.