11 Шунда Уның Исраил халҡы менән төҙөгән Килешеүе һалынған һандыҡты урынлаштырҙым.
Шунда ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр еренән алып сыҡҡандан һуң Раббының улар менән төҙөгән килешеүе һалынған һандыҡты урынлаштырҙым.
Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине.
Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан заманда, Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында, Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалған була. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә булмай.
Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштыра.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Артабан Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫа ла ҡулдарын юғары күтәрә.
Мин үҙемдең боҙоҡ эштәремде беләм, Гонаһтарым күҙем алдымда гелән.
Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы,
Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.