8 Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора.
Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштыра.
Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора.
Йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, өҫтөнә тағы ла зәңгәр йәймә ҡапларҙар һәм күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы дүңгәләктәргә кейҙереп ҡуйырҙар.