5 Һандыҡты, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе – быларҙың барыһын левиҙәр һәм ҡаһиндар алып китә.
Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте.
Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы.
Шунан бөтә йыйынды эйәртеп Сөләймән Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығына йүнәлә, сөнки унда Алланың әүәл Раббы ҡоло Муса сүлдә яһатҡан Осрашыу сатыры була.
Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.
Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, левиҙәр Килешеү һандығын күтәреп ала.
Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан сала. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ булмай.