Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 5:13 - Изге Яҙма

13 Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 5:13
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя:


Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй.


Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла.


Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.


Ҡаһиндар Раббы ҡорамына инә алмай, сөнки уға Раббы шөһрәте тула.


Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.


Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора.


Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде.


Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине.


Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.


Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!


Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр.


Мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып данлағыҙ Уны! Лира, арфа ҡылдары сиртеп данлағыҙ!


Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ! Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ!


Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең.


«Ҡасанғаса нахаҡ хөкөм ҡылырһығыҙ? Яуыздарҙы аҡлап ҡалырһығыҙ? Села


Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.


Тыңла: Һаҡсыларыңдың тауышы ишетелә, Бөтәһе бергә ҡыуанып ҡысҡырыша. Сөнки Раббының Сионға кире ҡайтҡанын Үҙ күҙҙәре менән күреп тора.


Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен.


Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине.


Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.


Алла йорто Алланың шөһрәтенән һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ