9 Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә.
Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды.
Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды.
Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла бөтә күк есемдәренә бағышлап ҡорбан усаҡтары яһатты.
Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата.
Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон.
Ҡорам биләмәһенең эске яғын үлсәп бөтөргәс, ул мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡанан алып сығып, ҡорам биләмәһен тышҡы яҡтан үлсәй башланы.