Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 4:4 - Изге Яҙма

4 Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған була. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны – эске яҡта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 4:4
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине.


Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була.


Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы өс мең бат була.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ