3 Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була.
Сөләймән түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ эшләтә: уның бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк була.
Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған була. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны – эске яҡта.
Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.
Һәр кирубтың дүрт йөҙө бар ине: беренсеһе – кируб йөҙө, икенсеһе – кеше йөҙө, өсөнсөһө – арыҫлан йөҙө һәм дүртенсе йөҙ бөркөт йөҙө ине.
Килешеү һандығы алдынан ете ҡаһин барһын, һәр береһенең ҡулында мөгөҙ борғо булһын. Етенсе көндө ҡаланы ете мәртәбә урап сығығыҙ, ҡаһиндар борғо ҡысҡыртып йөрөһөн.
Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ һәм дүртенсеһе осоп барған бөркөт кеүек ине.