2 Сөләймән түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ эшләтә: уның бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк була.
Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, баҡырын Бабилға оҙаттылар.
Һададғәзәрҙең Тивхаҫ һәм Кун тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрә. Аҙаҡ шул баҡырҙан Сөләймән Алла йорто өсөн диңгеҙ тип аталған ҙур баҡыр һауыт һәм бағаналар, баҡыр һауыт-һаба эшләтә.
Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була.
Ҡорбан усағы өсөн бөтә кәрәк-яраҡ: көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар эшләне. Уларҙың бөтәһе лә баҡырҙан ине.
Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.
Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.
беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.
Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.