Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 4:19 - Изге Яҙма

19 Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 4:19
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


изге икмәкте ҡуя торған өҫтәл өсөн күпме алтын, көмөш өҫтәлдәр өсөн күпме көмөш;


Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.


Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.


Бабил батшаһы Навуходоносор Раббы йортонан Бабилға алып киткән бөтә әйберҙәрҙе Мин ике йыл эсендә кире был урынға ҡайтарам.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.


Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ