18 Сөләймән эшләткән был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булмай.
Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Дауыт ишек-ҡапҡаларға, элгес-күгәндәргә ҡаҙау ҡойор өсөн бик күп тимер, үлсәп бөткөһөҙ күләмдә баҡыр әҙерләй.
Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Середа араһындағы балсыҡ сыҡҡан ерҙә ҡойҙора.
Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине.