Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 4:1 - Изге Яҙма

1 Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 4:1
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫты ла ҡулдарын күккә һоноп:


Шул уҡ көндө батша, Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итте, сөнки Раббы хозурындағы баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай ине.


Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы.


Ғивғондағы Раббы сатыры алдында Хурҙың ейәне, Уриҙың улы Бесалил эшләгән баҡыр ҡорбан усағы була. Сөләймән йыйын менән бергәләп шуның алдында Раббыға сәждә ҡылып мөрәжәғәт итә.


Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта.


Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр: – Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ.


Сөләймән Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбанын, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итә, сөнки ул яһатҡан баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай.


Шул осорҙа Сөләймән ҡорамдың айуаны ҡаршыһында төҙөткән ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә башлай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ