8 Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре, ул ҡылған әшәке эштәр Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. Уның урынына улы Йеһояхин батша була.
Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
– Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.
Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нимәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды?