ІІ Йылъяҙма 36:6 - Изге Яҙма6 Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.