Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 36:23 - Изге Яҙма

23 Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 36:23
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын.


шулай уҡ оҫталарға алтын һәм көмөш әйберҙәр яһау өсөн тотонолор. Һеҙҙең арала ла бөгөн Раббы өсөн иғәнә тапшырырға ниәтләүселәр булырмы?


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Мин шундай фарман бирҙем: минең батшалығымда булған Исраил халҡынан, ҡаһиндарҙан һәм левиҙәрҙән Йәрүсәлимгә ҡайтырға теләгән һәр кеше һинең менән китһен.


Көнсығыштан кем ҡотҡарыусыны алып килде? Кем уға хеҙмәт итергә әмер бирҙе? Халыҡтарҙы уның ихтыярына кем тапшыра? Кем батшаларҙы баш эйҙерә? Ҡылысы менән уларҙы саң-туҙанға әйләндерә, Уҡ-йәйәһе менән ел осорған һаламдай туҙҙыра.


Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“».


Кирҙы Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән күтәрҙем. Мин уның бөтә юлдарын тигеҙләйәсәкмен. Ул Минең ҡаламды төҙөйәсәк, Һөргөндәге кешеләремде Түләүһеҙ һәм ришүәтһеҙ азат итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Эй батша, һин – батшаларҙың батшаһыһың, Күк Аллаһы һиңә батшалыҡ та, ҡеүәт тә, көс һәм шөһрәт тә биргән,


– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Пәрәс – «Һинең батшалығың, бүлгеләнеп, мадайҙар менән фарсыларға бирелде».


Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте.


Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ