9 Конанияһ, уның ир туғандары Шемағъяһ, Неҫанил, левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Йеғиил, Йозавад Ҡотҡарылыу байрамына ҡорбанлыҡ итеп биш мең баш ваҡ мал һәм биш йөҙ үгеҙ бүләк итә.
Килтерелгән бүләктәрҙе, ғөшөрҙәрҙе, бағышланған саҙаҡаларҙы – һәммәһен теүәлләп күсерәләр. Улар янында леви Конанъяһ мөдирлек итә, уның ҡустыһы Шимғи уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнә.
Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.
Исасхарҙан – Суғар улы Неҫанил;