1 Йошияһ Йәрүсәлимдә Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы уҙғара. Беренсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салалар.
Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға
Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ.
Һөргөндән ҡайтҡандар тәүге айҙың ун дүртенсе көнөндә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ.
Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салығыҙ, изгеләнегеҙ, Муса аша Раббы хәбәр иткәнгә ярашлы, уны туғандарығыҙ өсөн бешерегеҙ.
Артабан Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә, ә левиҙәр ҡорбан малының тиреһен тунарға керешә.