ІІ Йылъяҙма 34:9 - Изге Яҙма9 Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти.
Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә.