Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:8 - Изге Яҙма

8 Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында, илде, Алла ҡорамын таҙартҡас, Йошияһ Асалъяһ улы Шафанды, ҡала мөдире Мағасеяһты, йылъяҙмасы Йоах Йоахаз улын Аллаһы Раббының ҡорамын төҙөкләндерергә ебәрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:8
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Адорам – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,


Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,


Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,


– Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойора Исраил батшаһы. –


Батша менән Йеһоядағ йыйылған көмөштө Раббы ҡорамында эш башҡарыусыларға илтеп тора, ә улар Раббы ҡорамын яңыртыу өсөн ташсылар менән балта оҫталарын, Раббы ҡорамын йүнәтеү өсөн тимерселәр менән баҡырсыларҙы яллай.


Ул, ҡаһиндар менән левиҙәрҙе йыйып, былай ти: – Йәһүҙәнең ҡалаларын йөрөп сығығыҙ, Аллағыҙҙың ҡорамын йылдан-йылға ҡарап-тәрбиәләп торорлоҡ булһын өсөн, бөтә исраилдарҙан көмөш йыйығыҙ, был эште йәһәтләтегеҙ. Әммә левиҙәр ҡабаланмай.


Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр:


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.


Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һин Йәрүсәлим халҡына, ҡаһин Сефанъяһ Мағасеяһ улына, бөтә ҡаһиндарға үҙ белдегең менән хаттар ебәрҙең. Сефанъяһҡа һин былай тип яҙҙың:


Йермеяһ хатты Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ Бабилға Навуходоносор батша янына ебәргән Әлғаса Шафан улы менән Гемаръяһ Хилҡияһ улы аша ебәрҙе. Хатта түбәндәгеләр яҙылғайны:


Шафан кәтиптең улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны.


кеше ебәреп, Йермеяһты һаҡсылар ихатаһынан килтерттеләр. Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа уны өйөнә оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Шулай итеп, Йермеяһ халыҡ араһында ҡалды.


Шулай уҡ Моавта, Ғаммонда, Эдомда һәм башҡа илдәрҙә булған йәһүҙиҙәр Бабил батшаһы халыҡтың бер өлөшөн илдә ҡалдырғаны һәм Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты уларға идарасы итеп ҡуйғаны тураһында ишетте.


Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ