Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:32 - Изге Яҙма

32 Батша Йәрүсәлимдә һәм Бинйәмин ерендә йәшәгән һәр кемгә шуны раҫларға бойора. Шулай итеп, Йәрүсәлим кешеләре ата-бабалары Аллаһының килешеүе буйынса йәшәй башлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:32
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша;


ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән һәм бар булмыштары менән ынтылырға вәғәҙә итеп, килешеү төҙөйҙәр.


Тотош яндырыу тамам булғас, батша һәм уның янындағылар һәммәһе лә теҙ сүгә һәм сәждә ҡыла.


Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Раббының ҡорбан усағын аяҡҡа баҫтырып, унда татыулыҡ һәм шөкөр ҡорбандары килтерә, Йәһүҙә халҡына Исраил Аллаһы Раббыға табынырға бойора.


Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә.


Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


Батша бойороғон тот, сөнки был һинең Алла алдында биргән антыңа бәрәбәр.


Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ