Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:3 - Изге Яҙма

3 Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:3
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе.


Бәғелгә табыныу бағанаһын емерҙеләр, ҡорамдың аҫтын өҫкә килтерҙеләр һәм бәҙрәфкә әйләндерҙеләр. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул шулай булып ҡалды.


Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.


– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.


табыныу бағаналарын ватты, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ырғытты, ул урындарға кеше һөйәктәре таратып ташланы.


Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.


– Улым Сөләймән әлегә йәш һәм тәжрибәһеҙ, ә Раббыға төҙөләһе йорт бик мөһабәт, даны бөтә донъяға таралырлыҡ затлы-зиннәтле булырға тейеш, шуға күрә мин уға бөтә кәрәк-яраҡты әҙерләйем, – ти Дауыт. Шулай итеп, Дауыт вафатына тиклем бик күп нәмә хәстәрләй.


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.


Илдә тыныслыҡ булған дәүерҙә ул Йәһүҙә ҡалаларын нығыта. Раббы уға тыныс тормош биргән өсөн, ул йылдарҙа һуғыштар булмай.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Йәрүсәлимдәге бөтә сит аллаларға булған ҡорбан усаҡтарын емереп ташлайҙар, хуш еҫ төтәтеү урындарын ватып, Ҡидрон үҙәненә ырғыталар.


сит аллаларҙы һәм Раббы ҡорамындағы һынды, Раббы ҡорамының тауында һәм Йәрүсәлимдә төҙөткән ҡорбан усаҡтарын емертә һәм ҡаланан тышҡа сығарып ташлаттыра.


Әммә халыҡ, үҙенең Аллаһы Раббыға бағышлаһа ла, ҡорбанды һаман табыныу ҡалҡыулыҡтарында килтереүен дауам итә.


Әммә, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла; атаһы Менашше яһатҡан бөтә боттарға ҡорбандар килтерә, уларға табына.


Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.


Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен.


Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ.


Хатта йәш баланы – холҡонан, сафлығын һәм тоғролоғон эштәренән белеп була.


Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.


Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.


Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн Кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ