Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:22 - Изге Яҙма

22 Шунан Хилҡияһ ҡаһин һәм батша ебәргән кешеләр Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Хасраның улы Тоҡһаҫтың улы Шаллумдың ҡатынына – Хулда пәйғәмбәргә юллана. Ул Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәгән була. Хулда менән ошо хаҡта һөйләшәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:22
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.


Уның Алла хәбәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.


Унда Ашер нәҫеленән Ханна пәйғәмбәр – Пенуилдың ҡыҙы ла бар ине. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп


Хилҡияһ ҡаһин, Ахиҡам, Ғахбор, Шафан һәм Ғасаяһ, барып, Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Шаллумдың ҡатыны Хулда исемле пәйғәмбәр ҡатын менән кәңәшләштеләр. Шаллум Тиҡуаның улы, Хархастың ейәне ине. Хулда Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәй ине.


Ул саҡта Исраилда Лаппидоҫтың ҡатыны Девора пәйғәмбәр хаким ине.


– Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.


Хулда уларға былай ти: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ.


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ