20 Ул Хилҡияһҡа, Шафан улы Ахиҡамға, Миха улы Ғавдонға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойора:
Хилҡияһ ҡаһинға, Шафан улы Ахиҡамға, Михаяһ улы Ғахборға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойорҙо:
– Ғаммон батшаһы Бағалистың һинең йәнеңде ҡыйыр өсөн Неҫанъяһ улы Исмәғилде ебәргәнен беләһеңме? – тинеләр. Әммә Ахиҡам улы Гедалъяһ уларға ышанманы.
Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр.
Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы.
Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.
Шул саҡ Йеһояҡим батша кешеләре менән Әлнаҫан Ғахбор улын Мысырға ебәрҙе.
Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәлә ҡалған халыҡҡа башлыҡ итеп Шафандың ейәне, Ахиҡамдың улы Гедалъяһты тәғәйенләне.
Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай.
– Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.
кеше ебәреп, Йермеяһты һаҡсылар ихатаһынан килтерттеләр. Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа уны өйөнә оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Шулай итеп, Йермеяһ халыҡ араһында ҡалды.