2 Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, боронғо бабаһы Дауыттың юлын тота, уңға ла, һулға ла тайпылмай.
Батшалыҡты Дауыт нәҫеленән тартып алып һиңә бирҙем. Әммә һин бойороҡтарымды үтәгән, бөтөн булмышы менән Миңә бирелгән, күҙ алдымда дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылған Дауытҡа оҡшамағанһың.
Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.
Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.
Аса Аллаһы Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла:
Раббы Йеһошафат менән була, сөнки ул боронғо бабаһы Дауыт башлап һалған юлдан тайпылмай, бәғелдәргә табынмай,
ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй.
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.
Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.
Уңға ла, һулға ла тайпылма, аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт.
Улар һеҙгә өйрәткән ҡанун һәм белдергән ҡарар буйынса эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.
Шулай эшләһә, ул үҙен ырыуҙаштарынан өҫтөн һанамаҫ, был бойороҡтарҙан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, шул ваҡытта үҙе һәм улдары Исраилда оҙаҡ йылдар батшалыҡ итер.
Бөгөн һеҙгә белдергән бойороҡтарҙан ситкә тайпылмағыҙ, уңға ла, һулға ла боролмағыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәреп, уларға хеҙмәт итмәгеҙ.
Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.
Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр.
Ләкин һеҙ Мусаның ҡанун китабында яҙылғандың бөтәһен дә теүәл һаҡларға һәм үтәргә, был ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫҡа тейешһегеҙ.