10 Был көмөш Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирелә. Улар йортто йүнәткән һәм аяҡҡа баҫтырған эшселәргә түләй.
Был көмөштөң барыһы ла эшселәргә түләүгә һәм йортто йүнәтеү өсөн файҙаланылды.
Улар балта оҫталарына, төҙөүселәргә Йәһүҙә батшалары емергән биналарҙы йүнәтеү өсөн юнылған таш менән өрлөк һәм элгес-күгәндәр өсөн ағас һатып алырға тип тарата.
Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була.
Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.