Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 33:6 - Изге Яҙма

6 Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 33:6
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды.


Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр.


Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.


Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте.


Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.


Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.


Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.


Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.


Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».


Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп, боттарына һондолар.


Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда!


Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.


Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


– Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.


Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ