Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 33:14 - Изге Яҙма

14 Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 33:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар.


Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын яһата, Ғофел ҡалҡыулығындағы ҡала диуарына ла күпте төҙөтә.


батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.


Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана.


Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.


Был яугирҙәр батшаға хеҙмәт итә. Уларҙан тыш батша бөтә Йәһүҙәләге нығытылған ҡалаларға башҡа ғәскәрҙәрҙе урынлаштырған була.


Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул.


Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ