6 Халыҡ өҫтөнән хәрби башлыҡтар тәғәйенләп, уларҙы ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанға йыя ла, йөрәктәренә үтерлек итеп, былай ти:
Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте,
Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.
Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.
Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.
Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер, Ҡала ҡапҡалары алдында Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер.
Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».