Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 32:5 - Изге Яҙма

5 Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 32:5
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө.


Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине.


Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе.


Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.


Етенсе йылына Йеһоядағ, тәүәккәлләп, йөҙ баштары Ғазаръяһ Йерохам улы, Исмәғил Йеһоханан улы, Ғазаръяһ Ғовед улы, Мағасеяһ Ғадаяһ улы, Әлишафат Зихри улы менән килешеү төҙөй.


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.


Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә.


Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя,


Үҙенә баш була алмаған кеше диуарһыҙ ҡалған емерек ҡала ише.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ һәм уның яугирҙәре уларҙы күреп ҡастылар, төндә ҡаланан, батшаның баҡсаһы аша үтеп, ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Бер-береһен этмәй-төртмәй, Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә, Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр, Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел.


Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ