30 Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана.
батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.
Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.
Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Алланан ҡурҡырға өйрәткән Зәкәрьяһ иҫән саҡта, Ғуззияһ Аллаға ынтылып йәшәй. Ғуззияһ Раббыға ынтылған дәүерҙә, Алла уның тормошон уңышлы итә.
үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була.
Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр.
Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя,