22 Раббы бына шулай итеп Хизкияһ менән Йәрүсәлим кешеләрен Ашшур батшаһы Санхерив ҡулынан, шулай уҡ башҡаларҙан да ҡотҡара һәм һәр тарафта һаҡлап тора.
Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.
Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә.
Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.
Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села
Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!
Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.
Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.
Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәт юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер.
Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.
Раббы был көндө Исраилды ҡотҡарҙы. Һуғыш Бейт-Ауен аръяғына тиклем йәйелде.