Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 32:19 - Изге Яҙма

19 Йәрүсәлим Аллаһын башҡа халыҡтарҙың кеше ҡулы менән яһалған аллаларына тиңләп һөйләйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 32:19
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.


илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр.


Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер? «Раббы Сиондың нигеҙен нығытты, Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр».


Илдәрен боттар менән тултырҙылар; Бармаҡтары әүәләгән, үҙ ҡулдары яһаған Һындар алдында сәждә ҡылалар.


илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр.


Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн Халҡыма хөкөм ойошторам, Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы, Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды.


Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.


Таршиштан – сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше.


Исраил һәм Йәһүҙә халҡы йәш ваҡыттарынан алып Минең күҙ алдымда бары тик ҡәбәхәтлектәр ҡылды. Исраил халҡы үҙ ҡулдары менән эшләгән боттар менән Минең асыуыма тейҙе, – тип белдерә Раббы. –


Раббы Хаким былай ти: «Моав менән Сеғир халҡы: „Ҡарағыҙ, Йәһүҙә нәҫеленең башҡа ҡәүемдәрҙән бер айырмаһы ла юҡ!“ – тигән өсөн


Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».


«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ