18 Ашшур батшаһының хеҙмәтселәре диуар өҫтөндә торған Йәрүсәлим халҡына ҡарап, йәһүд телендә һөрәнләйҙәр. Улар, ҡаланы баҫып алыу еңелерәк булһын өсөн, халыҡтың ҡотон алып, ҡурҡытмаҡсы булалар.
Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.
Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша Ашшур батшаһының һүҙҙәрен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –
Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне.
Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?