16 Санхеривтың хеҙмәтселәре Алла Раббыға һәм Уның ҡоло Хизкияһҡа ҡаршы тағы ла күберәк һөйләй.
Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».
Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ».
Инде беҙ илаһи билдәләребеҙҙе күрмәйбеҙ, Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалманы, Ҡасанғаса был хәл – һис кем белмәй.
Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.