Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 32:15 - Изге Яҙма

15 Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 32:15
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».


Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ.


– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын.


„Аллабыҙ Раббы беҙҙе Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарасаҡ“, – тип Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын. Ул һеҙҙе аслыҡтан һәм сарсауҙан һәләк итмәксе!


Санхеривтың хеҙмәтселәре Алла Раббыға һәм Уның ҡоло Хизкияһҡа ҡаршы тағы ла күберәк һөйләй.


– Шулай итеп, мин һеҙгә ҡатындарығыҙ һәм бала-сағағыҙ менән китергә рөхсәт итергә тейешменме? Әйҙә Раббы һеҙгә ярҙам булһын! – тине фирғәүен. – Ниәтегеҙҙең яҡшынан түгел икәне күренеп тора.


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Хизкияһ: „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип һеҙҙе алдамаһын. Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан ҡотҡара алдымы?


Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ