14 Минең ата-бабаларым ҡырып һалған халыҡтарҙың илаһтарының ҡайһыһы минән үҙенең халҡын ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, нисек итеп Аллағыҙ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡара алһын?
Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ».
Әйҙә, фирғәүен, Исраил халҡы аҙашып йөрөй икән, юлдарын сүл быуған, тип уйлаһын.
Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.
Боттары Йәрүсәлим менән Самарияныҡынан да күп булған Һындарға табынған батшалыҡтарҙы ҡулға төшөргән мин
Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?
Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.