7 Халыҡ саҙаҡалар алып килеүҙе өсөнсө айҙа башлай һәм етенсе айға тамамлай.
Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдар ҙа, йәһүҙиҙәр ҙә эре малдың да, ваҡ малдың да ундан берен, шулай уҡ Аллалары Раббыға бағышланған саҙаҡаларҙың ундан берен уларға ташый. Килтерелгәндәр тау-тау булып өйөлә.
Хизкияһ менән уның түрәләре килеп, өйөмдәрҙе күрә һәм Раббыға, Уның халҡы исраилдарға рәхмәт уҡый.