Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 31:5 - Изге Яҙма

5 Был бойороҡ иғлан ителеү менән, Исраил халҡы икмәк, шарап, май, бал, баҫыуҙан йыйылғандың һәммәһенән тәүге уңышты күпләп килтерә башлай – бөтәһенең ундан бер өлөшөн алып килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 31:5
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Йәһүҙә халҡының барыһы ла келәттәргә игендең, шарап һәм зәйтүн майының ундан бер өлөшөн килтерә башланы.


билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине.


Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Бойҙайҙың тәүге уңышын йыйғас, Аҙналар байрамын үткәр. Йыл аҙағында Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Раббы өсөн иғәнә йыйығыҙ. Теләгән һәр кем Раббыға алтын, көмөш, баҡыр,


Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,


Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө.


Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.


Ерҙә үҫтерелгән һәм Раббыға килтерелгән тәүге уңыштың һәммәһе һинеке булыр. Йортоңдағы бөтә пак кеше уны ашай ала.


Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм.


Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.


Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән!


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ