Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 31:20 - Изге Яҙма

20 Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 31:20
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы.


Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.


– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.


Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.


Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була. Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була.


Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет Дауыт сатырында урынлашыр. Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған, Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.


Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында ҡайғыртыуың, хатта уларҙы шәхсән белмәһәң дә, һинең тоғролоғоңдо күрһәтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ