17 Ҡаһиндар нәҫелдәре буйынса, ә йәше егерменән уҙған левиҙәр – кемдең ҡайһы төркөмдә ниндәй вазифа башҡарыуына ярашлы исемлеккә теркәлгән була.
Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар.
Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына.
Левиҙең ҡалған вариҫтары түбәндәгеләр. Ғамрам улдарынан: Шуваил; Шуваил улдарынан: Йәхдейәһ.
Йәмғиәткә ингән, үҙҙәренең бағышланыуына тоғро булғандарҙың хатта бәләкәй балалары ла, ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары ла нәҫел исемлегенә яҙылған була.
Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.
Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддан һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр:
– Левиҙәрҙе ғаиләләре, нәҫелдәре буйынса һанап сыҡ. Бер айлыҡтан алып бөтә ир затын иҫәпкә ал.
Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.
утыҙ йәштән илле йәшкә тиклемге эшкә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡ, улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итер.
Гершон тоҡомонан да утыҙҙан илле йәшкә тиклемгеләрҙең Осрашыу сатыры хеҙмәтенә яраҡлылары нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса иҫәпләнде.
Мерари тоҡомонда ла утыҙҙан алып илле йәшкә тиклемгеләрҙән Осрашыу сатырындағы хеҙмәткә яраҡлылар нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса һаналды.
Шулай итеп, Муса, Һарун һәм дә Исраил башлыҡтары левиҙәрҙе нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса
– Бына левиҙәр хаҡындағы ҡағиҙә: леви Осрашыу сатырында егерме биш йәштән алып хеҙмәт итергә тейеш.