14 Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.
Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уларҙың ҡыҙ туғаны Сәрах. Бериғаның улдары: Хәвәр һәм Малкиил.
Был ҡапҡа һаҡсылары төркөмдәренең – башлыҡтары кем булыуына ҡарап – ағай-энеләре кеүек үк Раббы ҡорамындағы хеҙмәттәрендә үҙҙәренең вазифалары була.
Көнсығыш ҡапҡаға йәрәбә Шәләмъяһҡа сыға. Уның улы, аҡыллы кәңәштәре менән билдәле Зәкәрьяһ, йәрәбәгә Төньяҡ ҡапҡаны ҡабул итә.
көнсығыштан – алтышар леви, төньяҡтан – дүртәр, көньяҡтан – дүртәр, ә келәттәр эргәһенән икешәр леви көн һайын һаҡ хеҙмәтендә тора.
Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була.
Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата.
Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.
Ошонан башлап улар көн һайын тотош яндырыу ҡорбандары, Яңы ай байрамдарында һәм Раббыға арналған бөтә байрамдарҙа ҡорбандар килтерҙеләр, теләгән һәр кем Раббыға үҙ ихтыяры менән башҡа төр саҙаҡалар биреп торҙо.
Һин Бабил өлкәһендә йыйылған барлыҡ алтын-көмөштө, халыҡтың һәм ҡаһиндарҙың Аллаларының Йәрүсәлимдәге йортона бүләк иткән саҙаҡаларын да алып барырһың.
Келәттәргә хужа итеп мин ҡаһин Шәләмъяһты, кәтип Садоҡты, левиҙәрҙән Педаяһты, уларға ярҙамға Маттанъяһтан тыуған Заккур улы Хананды ҡуйҙым, сөнки улар тоғро кешеләр булып иҫәпләнә ине. Үҙҙәренең ҡәрҙәштәренә өлөш таратыу уларға йөкмәтелде.
Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.
– Һарунға, улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: исраилдарҙанмы, араларында йәшәгән килмешәктәрҙәнме, берәйһе нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә икән,
Былар барыһы ла Раббының шәмбеләренән, Раббыға биргән бөтә саҙаҡаларығыҙҙан, нәҙер итеп әйтелгән һәм нәфел ҡорбандарығыҙҙан тыш була.
Кешенең үҙ мөлкәтенән Раббыға бағышланған һис бер нәмә – кешеме, мал-тыуармы, ырыу биләмәһеме – һатылмаясаҡ һәм йолоп алынмаясаҡ. Ә Раббыға инселәнгән һәр нәмә изгеләрҙән-изге.
Билдәләнгән байрамдарығыҙҙа Раббыға килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан, татыулыҡ ҡорбандары ана шулар. Уларҙы әйткән нәҙерегеҙ буйынса, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән килтерә торған саҙаҡаларға өҫтәмә рәүештә тәҡдим итегеҙ».
Ашлығығыҙҙың, шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, эре һәм ваҡ малығыҙҙың тәүге үрсемен, нәҙер ҡорбандарығыҙҙы, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандар һәм саҙаҡаларығыҙҙы йәшәгән урындарығыҙҙа ашарға ярамай.
Үҙегеҙҙең тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн, саҙаҡаларығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандарҙы, эре һәм ваҡ малдың тәүге үрсемен шунда алып килегеҙ.
Шунан Аллаң Раббы хөрмәтенә Аҙналар байрамы үткәр. Аллаң Раббының һиңә биргән бәрәкәтенә ҡарап, үҙ ихтыярыңдан сығып ҡорбан килтер.