Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:8 - Изге Яҙма

8 Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:8
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне.


Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала.


Хәҙер минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ: әсиргә алған туғандарығыҙҙы ҡайтарып ебәрегеҙ, юғиһә Раббы Үҙенең асыуын өҫтөгөҙгә төшөрөр.


уларға былай ти: – Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы!


Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.


Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.


«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Былай эшләйек: был эште бөтә йәмғиәт исеменән башлыҡтарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын. Бөтә ҡалаларыбыҙҙағы сит халыҡтарҙан ҡатын алған кешеләр тәғәйенләнгән ваҡытта ҡаланың аҡһаҡалдары һәм хөкөмдарҙары менән бында килһен. Шул саҡ Аллабыҙҙың беҙгә ярһыуы баҫылыр.


Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте.


Йә Алла, ялбарыу ауазымды ишет; Дошмандар дәһшәтенән йәнемде һаҡла!


Күҙҙәре томаланһын да күрмәһендәр! Гел генә ҡалтыранып торһондар.


Аллам исеменә маҡтау йырлармын, Уны шөкөрана ҡылып ҙурлармын.


Ерҙең бөтә сиктәрен Һин билдәләнең, Йәйҙе лә, ҡышты ла Һин бар ҡылдың.


Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре.


Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».


Әммә инде гонаһтан азат ҡылынып Алла ҡолдары булғас, бының емеше һеҙҙең өсөн – изгелек, ә һөҙөмтәһе – мәңгелек тормош.


Шуға күрә йөрәктәрегеҙҙе сөннәтләгеҙ, башҡаса тиҫкәре булмағыҙ.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын, һеҙгә биргән күрһәтмәләрен, ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуйыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ