ІІ Йылъяҙма 30:3 - Изге Яҙма3 Исраил халҡы Ҡотҡарылыу байрамын үҙ ваҡытында билдәләй алмай, сөнки күп ҡаһиндар әлегә изгеләнеү йолаһын үтмәгән һәм кешеләрҙең күпселеге Йәрүсәлимгә йыйылмаған була. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.