27 Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына.
Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан тороп ишет һәм ярлыҡа!
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Ярҙам ит, һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.
Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа!
Һис бер юҡҡа мине күрә алмағандар Башымдағы сәс бөртөгөнән дә күбәйҙеләр. Сәбәпһеҙгә йәнемде көҫәгән дошмандар ифрат көсәйҙе. Ә мин урламаған нәмәне нисек ҡайтарып бирәйем?
Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың!
Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.
Изге торлағыңдан, күктәрҙән күҙ һалсы! Халҡың Исраилға, ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә итеп биргән ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә фатихаңды ҡыл».