26 Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына.
Исраилдар бындай Ҡотҡарылыу байрамын Шемуил пәйғәмбәр дәүеренән бирле үткәргәне булмай. Исраил батшаларынан Йошияһ, уның осорондағы ҡаһиндар, левиҙәр, бөтә йәһүҙиҙәр, исраилдар, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр үткәргән кеүек Ҡотҡарылыу байрамын бер батша ла билдәләмәгән була.
Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы.