ІІ Йылъяҙма 30:25 - Изге Яҙма25 Йәһүҙәнән йыйылған барса халыҡ, ҡаһиндар ҙа, левиҙәр ҙә, Исраилдан килгән кешеләр ҙә, Исраилдан күсеп килеп, Йәһүҙәлә йәшәүсе килмешәктәр ҙә – һәммәһе күңел аса. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти.