23 Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр,
Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.
Ете көн буйы ҡорбан усағын изгеләндергәндән һуң, тағы ете көн Ҡыуыш байрамын билдәләйҙәр, ә һигеҙенсе көндө изге йыйын үткәрәләр.
Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы.