Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:2 - Изге Яҙма

2 Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:2
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраилға идара иткән хакимдар заманынан һуң, Исраил батшалары дәүерендә лә, Йәһүҙә батшалары хакимлыҡ иткән ваҡыттарҙа ла Ҡотҡарылыу байрамының был рәүешле билдәләп үтелгәне булманы.


Сөләймән бөтә исраилдарҙы – мең һәм йөҙ баштарын, хөкөмдарҙарҙы, Исраилдың бөтә түрәләрен, ғаилә башлыҡтарын саҡырта.


Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра.


Икенсе айҙа Сөсө икмәк байрамын үткәреү өсөн Йәрүсәлимгә бик күп халыҡ йыйыла.


Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр


Йошияһ Йәрүсәлимдә Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы уҙғара. Беренсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салалар.


Өгөт-нәсихәтһеҙ халыҡ юҡҡа сығыр, кәңәшселәре күп халыҡ имен йәшәр.


Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр, кәңәшселәр күп булһа, уңыш ҡаҙаныр.


Кәңәш тыңламаған аҡылһыҙ ҡарт батшанан ярлы, әммә аҡыллы егет яҡшыраҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ