13 Икенсе айҙа Сөсө икмәк байрамын үткәреү өсөн Йәрүсәлимгә бик күп халыҡ йыйыла.
Исраилға идара иткән хакимдар заманынан һуң, Исраил батшалары дәүерендә лә, Йәһүҙә батшалары хакимлыҡ иткән ваҡыттарҙа ла Ҡотҡарылыу байрамының был рәүешле билдәләп үтелгәне булманы.
Йәрүсәлимдәге бөтә сит аллаларға булған ҡорбан усаҡтарын емереп ташлайҙар, хуш еҫ төтәтеү урындарын ватып, Ҡидрон үҙәненә ырғыталар.
Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр
Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.
Йошияһ Йәрүсәлимдә Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы уҙғара. Беренсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салалар.
Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?
– Исраилдарға әйт: әгәр берәйегеҙ йә нәҫелегеҙҙән берәйһе мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнһә йәки алыҫ юлда булһа, ул да Раббының Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә ала.